Бәләбәй районы ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов һөйләй:
– Бәләбәйҙә оҙатыуҙы «Үҙебеҙҙекеләр эргәлә» төркөмө ирекмәндәре Александр Пономарев һәм Илнур Хәлфин ойошторҙо. Уларға башҡа активистар ҙа ярҙам итте.
Яугирҙарҙың һорауы буйынса автомобиль өсөн тәгәрмәстәр, генераторҙар, ҡаҙаҡтарҙан алып фольгоизолонға тиклем ҙур күләмдә төҙөлөш материалдары, шулай уҡ инструменттар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, гигиена саралары, окоп шәмдәре һәм башҡа күп нәмәләр тейәлде.
Гуманитар ярҙам ДХР-ға һәм Белгородҡа китте.
Әйткәндәй, Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге ирекмәндәре лә (А. Фәттәхова, Р. Солтанов) ДХР-ға, Запорожьеға һ. б. йүнәлештәргә шундай уҡ гуманитар йыйылма ебәрҙе.
Мәҫәлән, «Арсенал» магазины коллективы (С.Саков, И. Николаева) ике генератор тапшырҙы.
Афған һуғышында ҡатнашыусы Владимир Коровкин да генератор һатып алған.
Күп кенә халыҡ сираттағы гумконвойға үҙ өлөшөн индерҙе. Барығыҙға ла рәхмәт!
Фронттан тәүге хәбәрҙәр ирекмәндәргә яугирҙарҙан рәхмәт белдереп килгән дә инде.
Фотолар ветерандар советынан һәм Приюттың Ярҙам үҙәгенән