Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Декабрь 2025, 10:00

Батыр яугирға фатир

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Игорь Егоровтың һеңлеһенә яңы фатир асҡыстары тапшырҙы. Егет, етем бала статусына эйә булып, торлаҡ алыуға сиратта торған.

Батыр яугирға фатир
Батыр яугирға фатир

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән яҡташыбыҙ 2023 йылда, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәтен тамамланғандан һуң, РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Яраланғандан һуң армиянан демобилизациялана һәм хәҙер ҡатыны менән республиканан ситтә йәшәй.

- Игорь Бәләбәй ҡалаһының Механизация урамындағы яңы йортта бер бүлмәле фатирға эйә булыуына бик шатланды. Тиҙҙән ул ҡатыны менән тыуған ҡалаһына ҡайтырға йыйына, – тип һөйләне махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының һеңлеһе Наталья Гардт.

Уңайлы торлаҡ ҡуртымға фатир алып йәшәгән йәш ғаилә өсөн бик кәрәкле. Сөнки Егоровтар яҙын беренсе балаларының тыуыуын көтә.

Фотолар МР хакимиәтенең мәғлүмәт бүлегенән

Батыр яугирға фатир
Батыр яугирға фатир
Батыр яугирға фатир
Батыр яугирға фатир
Автор: Римма Султанова  
Читайте нас