Хакимиәт башлығы ярҙамсыһының бурыстарына Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы менән берлектәге эшмәкәрлекте ойоштороу, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү һәм йәштәрҙә патриотик аң формалаштырыу инә. «Александр Андреевичтың тәжрибәһе һәм белеме ошо мөһим эшмәкәрлек йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуҙа ҡиммәтле ярҙам булыр тип ышанам», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Сәхәбиев.