Рөстәм Ринат улы йәш патриоттарҙы тәрбиәләү буйынса эшкә актив ҡушыла: ул мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары менән осраша, фронтта нимә менән осрашырға тура килеүе, йәш яугирҙарҙың батырлыҡтары һәм Ватанды һаҡлау буйынса ирҙәр миссияһын үтәүе тураһында һөйләй.
Ул даими рәүештә полкташтары, яугир-яҡташтары менән бәйләнештә тора.
«Тыуған илеңде һаҡлау - ир-егеттең бурысы! Илде, әсәне, атаны һәм бөтә яҡындарын яҡларға оялмаҫҡа кәрәк» – тип кәңәш бирә йәш егеттәргә Рөстәм Мирсаев.
Елена Петрова фотоһы