Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Ғинуар , 14:00

Ашығыс рәүештә гуманитар ярҙам кәрәк

Бәләбәй районы ветерандар советы президиумы бөтә бәләбәйҙәргә илдең Белгород өлкәһендәге дәүләт сиктәрен һаҡлаусы яугирҙар һәм Белгород ҡалаһының тыныс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.

Ашығыс рәүештә гуманитар ярҙам кәрәк
Ашығыс рәүештә гуманитар ярҙам кәрәк

2026 йылдың 28 ғинуарына тиклем ветерандар советы келәтенә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырырға мөмкин.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек исемлеге: ҡара сәй ҡаптары; шәкәр, бойҙай оно, ярмалар (ҡарабойҙай, дөгө),үлсәп төрөлгән макарон; балыҡ консервалары; көнбағыш майы; кондитер изделиелары; ҡуйыртылған һөт.

Ветерандар советының адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Ленин урамы, 3А. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34786) 3-25-57.

– Тәүгеләрҙән булып хеҙмәт ветераны Регина Камил ҡыҙы Фаюршина саҡырыуға ҡушылды. Өләсәй һәм уның ейәне яҡлаусыларыбыҙға аҙыҡ-түлек тапшырҙы, – тип һөйләне ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ишниязова.

Ветерандар советы фотоһы

Автор: Любовь Иванова
Читайте нас