– Ислам мәктәптәге дәрестәр алдынан ветерандар советына килә һәм блиндаж шәмдәре эшләүҙә ихлас ҡатнаша, – тип өҫтәне ул.
«БИ» хәбәрсеһе Ислам Гәрәевтән һорауҙарға яуап биреүен һораны. Ни өсөн ул ирекмәнлек менән шөғөл башлаған? Кем уны хуплай, тағы нимәләр менән ҡыҙыҡһына һәм кем булырға хыяллана?
– Миңә ярҙам итеү бик оҡшай. Аҙ ғына ярҙамыңдың кешене һөйөндөрә алыуын күрһәң, рәхәт булып китә. Минең ҡарашҡа, әгәр барыһы ла бер-береһенә аҙ ғына булһа ла ярҙам итһә, донъя ла рәхимлерәк буласаҡ.
Миңә атайым менән әсәйем бар нәмәлә ярҙам итә. Атайымдың исеме Радик Нурфаяз улы. Ул төньяҡта технологик насостар машинисы булып эшләй. Бик көслө һәм яуаплы ул, мин уның менән ғорурланам.
Мин күптән халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. Мин шулай уҡ хайуандарҙы яратам! Каникулдарҙы ауылда өләсәйемдә уҙғарам, эт-бесәйҙәрҙе ҡарайым, шулар менән шөғөлләнергә яратам.
Әсәйем Ләлә Ильяс ҡыҙы – минең төп көйәрмәнем. Ул гел минең менән: бейеү конкурсына ла килә, ярҙамға әйберҙәр йыйырға ла ярҙам итә һәм миңә ышана. Унһыҙ күпкә ҡатмарлыраҡ булыр ине.
Минең нейрохирург булырға бик теләйем. Тирә-яҡ донъя оҡшай, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуҙан һәм уларға сәләмәт булырға ярҙам итеүҙән дә мөһимерәк нәмә юҡтыр тип уйлайым. Был, моғайын, иң етди ярҙам булыр, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ислам Гәрәев.
Әлегә малай 5-се мәктәптең алтынсы класында уҡый, шәмдәр ҡойорға ярҙам итә һәм класташтарын ирекмәнлек эшенә йәлеп итә.
Хыялдары тормошҡа ашһын!
Фотолар Приют ҡасабаһы ветерандар советынан