Гуманитар йөктө Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары Илнур Хәлфин Һәм Константин Яшин оҙатып йөрөй, автомобилде «Теплоэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Лущиц биргән.
Десантсы ирекмәндәр планлаштырылған нөктәләр буйынса гуманитар ярҙамды бушатыуҙың фото - һәм видеоотчетын ебәргән.
- Ирекмәндәр исеменән үҙебеҙҙең кешеләргә рәхмәт белдерәбеҙ. Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын йыйыу дауам итә. Ғинуар аҙағында гуманитар ярҙам республика ылауы менән Белгородчинаға ебәреләсәк, – тине Александр Сергеевич.
И. Хәлфин һәм К. Яшин фотолары