Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Ғинуар , 12:00

Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла

Артабан Белгород өлкәһенә һәм МХО зонаһына оҙатыу өсөн районыбыҙ халҡынан гуманитар йөк Бәләбәй ҡалаһының ҡабул итеү пунктына өҙлөкһөҙ килә.

Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла
Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла

Ошо көндәрҙә Туҙлыҡыуыш һәм Өҫән-Ивановка ауыл советы ауыл биләмәләре халҡы, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының офтальмология бүлеге коллективы, бәләбәйҙәр Камил Варис улы һәм Наил Камил улы Сәлиховтар һәм башҡалар үҙ өлөшөн индерҙе.

Мәҫәлән, Өҫән-Ивановка ауылы халҡы шәхси посылкалар, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, плащ-палаткалар, бензобысҡы, йөндән бәйләнгән бейәләйҙәр һәм ойоҡбаштар йыйған. Илгиз Нәсибуллиндың крәҫтиән-фермер хужалығы һыу өсөн 500 дана биш литр һыйышлыҡ шешәләр тапшырған.

– МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм Рәсәй Федерацияһының зыян күргән райондарында йәшәүселәргә ниндәй ярҙам күрһәтеүҙе һәр кем үҙ мөмкинлектәренән сығып үҙе хәл итә. Ярҙам бөтә ил менән йыйыла. Бик күп аҙыҡ-түлек, һаҡлау һәм гигиена саралары, һыу тултырылған шешәләр һ.б. әйберҙәр килтерелә. Битараф булмаған Бәләбәй халҡына актив гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ветерандар советында.

Фотолар ветерандар советынан

Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла
Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла
Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла
Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла
Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла
Гуманитар ярҙам бөтә ил менән йыйыла
Автор: Любовь Иванова
Читайте нас