МХО яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам Октябрьский ҡалаһына килтерелде, ул ҡасабаның һәм райондың башҡа биләмәләренең битараф булмаған кешеләре, шулай уҡ илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтары ярҙамында йыйылды.
Йөк күләме ике ярым фураны биләй: быларҙың барыһын да ҡул менән тейәргә кәрәк булды. Маскировкалау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, төҙөлөш материалдары һәм ҡоралдарынан тыш, һатып алынған квадроцикл да тейәлде.
– Гуманитар йөктө алып барған һәм төнгә тиклем тейәгән ирекмән ир-егеттәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Яугирҙарыбыҙға булышлыҡ итеү эшенә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.
Республика ылауы менән барлыҡ ярҙам «Башҡортостан» полкына һәм Новоайдар , Донецк, Запорожье, Красный Луч йүнәлештәренә оҙатыла.
МХО зонаһына йөктө тиҙ арала алып барыуҙың мөһимлеген аңлайбыҙ.
Гуманитар ылау оҙатҡанда, беҙҙең бәйләүселәр селтәр - дель - маскселтәрҙәр үреү өсөн нигеҙ киҫте. Был процесс юғары концентрация, аныҡлыҡ һәм материалдың спецификаһын белеүҙе талап итә. Һөҙөмтәлә яугирҙарыбыҙҙың позицияларын һөҙөмтәле йәшереп торған сифатлы маскировка селтәре килеп сыҡһын өсөн, һәр ячейка ентекле үлсәнергә һәм киҫеп алынырға тейеш, – тип уртаҡлашты ирекмән Айгөл Фәттәхова.
Ватанға эскерһеҙ хеҙмәт итеү һәм уны яҡлаусыларға ярҙам итеү граждандар йәмғиәтенең әхлаҡи потенциалын билдәләй.
Красный Лучтан яугир-яҡташтарына гуманитар ярҙам барып етеүе хаҡында хәбәр килде.
Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итегеҙ! Биләмәләрҙең ирекмәндәр төркөмөнә ҡушылығыҙ!
Фотолар Приют ҡасабаһы Ярҙам үҙәгенән