Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь 2021, 15:00

МРТ өсөн башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәҫ

Тиҙҙән Бәләбәйҙең Совет урамында түләүле хеҙмәттәр күрһәтәсәк медицина үҙәге асыла.

МРТ өсөн башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәҫ
МРТ өсөн башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәҫ

Унда МРТ һәм КТ аппараттары ҡуйыла, тимәк төрлө сирҙәрҙе аныҡ асыҡлап буласаҡ.

Бина төҙөлөп бөткән, кәрәкле коммуникациялар үткәрелгән, әле бина эсе биҙәлә. «Империал» йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Федоров әйтеүенсә, бина бөтә тейешле талаптарға яуап бирә.
Үҙәктең нисек эшләйәсәгенә Татьяна Федорова аңлатма бирә: МРТ-тикшереүенең һөҙөмтәләрен пациенттар шунда уҡ ҡулдарына аласаҡ. Мәскәү һәм Өфөнәң рентгенолог-белгестәре тиҙ хәбәрләшеү ярҙамында 20 минутта диагноз ҡуя.

Пациенттарҙы үҙәк 2022 йылдың ғинуарында ҡабул итә башлаясаҡ.
Светлана Шириня материалы буйынса Зөлфиә Ғарифулиина әҙерләне

 

Автор:
Читайте нас: