Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2021, 11:00

«Автонормаль» заводына инвестиция һалыу көтөлә

Республикала «Ростех» дәүләт корпорацияһы предприятиелары пандемияның ҡатмарлы осорон уңышлы үтә. Айырыуса «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы», «Станоктар эшләү», «БелЗАН» компаниялары ауыр хәлдә ҡалғайны.

«Автонормаль» заводына инвестиция һалыу көтөлә
«Автонормаль» заводына инвестиция һалыу көтөлә

«Ростех» етәкселеге менән бергә республика властары ундағы хәлде төҙәтте, машина эшләүселәр яйлап элекке күрһәткестәргә өлгәшә башланы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығын асҡан Башҡортостандың ведомство-ара комиссияһы һәм «Ростех» дәүләт корпорацияһы ултырышында белдерҙе. Республика етәксеһе «Ростех» компаниялар төркөмө авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюковҡа һәм дәүләт корпорацияһы етәкселегенә тығыҙ хеҙмәттәшлек, республиканың пландарын һәм башланғыстарын хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

 «Ростех» идараһы Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөн ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте, тине Радий Хәбиров. Унда республиканың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания була. Компанияны үҫтереүгә яҡынса 1 млрд һум йүнәлтеү планлаштырыла. Бәләбәй «Автонормаль» заводының яңы ҡеүәттәрен булдырыуға ла ошондай уҡ инвестиция күләме көтөлә. Туймазы бетон ташыу машиналары заводы һәм «НефАЗ» йылды үҫеш менән тамамларға ниәтләй. «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе», «Өфө агрегат производство берекмәһе», «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» һәм «Прогресс» тотороҡло эшләй.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республиканың 2022 йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршылау өсөн сәбәптәре күп.

«Быйыл республика сәнәғәте 1,8 триллион һумлыҡ продукция бирер тип көтәбеҙ. Ундан бер өлөшө – «Ростех» предприятиелары. Бик яҡшы һөҙөмтә. Коллегалар, һеҙгә ошондай яҡшы эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм яңы уңыштар теләйем», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Башинформ материалдары буйынса

 

Автор:
Читайте нас: