Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2021, 15:00

«Фермер утрауы» сифатлы тауар утрауы булырмы?

Өфөлә Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһынан Рәсәйҙә тәүге «Фермер утрауы» асылды. «Фермер утрауы» – «shop-in-shop» форматындағы сауҙа нөктәһе, уның кәштәләрендә урындағы етештереүселәрҙең, беҙҙең осраҡта республика фермерҙарының һәм ауыл хужалығы кооперативтарының продукцияһы бар, тип хәбәр итә Башинформ.

«Фермер утрауы» сифатлы тауар утрауы булырмы?
«Фермер утрауы» сифатлы тауар утрауы булырмы?

Башҡортостан ошондай сауҙа нөктәләре селтәрен булдырыу буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу өсөн пилот төбәге булып тора. Был аңлашыла ла, республикала 7 меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Хужалыҡ итеүҙең кесе формалары төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмен арттырыуҙа төп роль уйнай. Шуныһы мөһим: дүрт йыл рәттән Башҡортостан илдә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны буйынса алдынғы урынды биләй. Улар республикала 370-тән ашыу, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының төп маҡсаты кооператив ағзаларының хужалыҡтарында етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын бергәләп эшкәртеүҙе ойоштороуға ҡайтып ҡала.

Тәүге «Фермер утрауы» «Магнит» супермаркетында асылды. Адресы: Өфө ҡалаһы, Б. Баландин бульвары, 9-сы йорт. Ассортиментта экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтары, шул иҫәптән сырҙар, ит изделиелары, ярымфабрикаттар һәм бакалея», – тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Белешмә:

«Фермер утрауы» сауҙа нөктәләрен урынлаштырыу буйынса пилот проекты алты айға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә «Магнит» һәм «Пятерочка» магазиндары булған биш төбәктә тағы ла тиҫтәнән ашыу майҙансыҡ ойоштороу күҙаллана. Йыл аҙағынаса Новосибирск һәм Омск өлкәләрендә лә «утрауҙар» асыла («Пятерочка» сауҙа селтәре менән берлектә). 2022 йылда проектты Төмән, Мәскәү өлкәләрендә һәм башҡа төбәктәрҙә проектты бойомға ашырыу күҙаллана. Проекттың артабанғы маҡсаты – ил кимәленә сығыу. 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: