Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2021, 13:00

Юл хаҡы арта бит әле

2022 йылдың 1 ғинуарынан «Башавтотранс» Өфөлә «Алға» транспорт картаһы буйынса юл хаҡын арттыра.

Юл хаҡы арта бит әле
Юл хаҡы арта бит әле

Транспорт картаһы менән билет хаҡы бер һумға артып, 24 һум була.

Карта йәки ҡулаҡса менән түләгәндә хаҡ үҙгәрмәй – 29 һум.

Шулай уҡ ҡала яны бәйләнешендәге ҡайһы бер маршруттарҙа юл йөрөү хаҡы үҙгәрә.

Хаҡты пассажир ташыусының рәсми сайтында, предприятиеның социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә йәки «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны буйынса белергә мөмкин – 8 (347) 262 66 62. Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға була.

Автор:
Читайте нас: