Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ғинуар 2022, 11:00

Субсидияны 12 предприятие алған. Ни өсөн? – Уҡығыҙ!

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар субсидия алған. Эш хаҡы кимәлен һәм эш урындарын һаҡлаған өсөн.  

Субсидияны 12 предприятие алған. Ни өсөн? – Уҡығыҙ!
Субсидияны 12 предприятие алған. Ни өсөн? – Уҡығыҙ!

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләгән:

– Субсидияны 12 предприятие алды. Ярҙам производствоны киңәйтеү һәм яңыртыу өсөн тәғәйенләнгән. Был ҡорамалдар алыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк.

Ул  быны милли проекттта ҡатнашҡан предприятиеларға күрһәтелгән ярҙамға республика бюджетынан бирелгән өҫтәмә дәүләт ярҙамы, тип билдәләне.

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май» указына ярашлы 2018 йылда  раҫланды. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. 

Автор:
Читайте нас: