Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Ғинуар 2022, 13:00

Экзотик емештәр артынан сит илгә йөрөйһө юҡ

Өфө лимонарийында 2021 йылда 9 тонна лимон йыйып алынған.

Экзотик емештәр артынан сит илгә йөрөйһө юҡ
Экзотик емештәр артынан сит илгә йөрөйһө юҡ

Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда уңыш күләме кәмеүе күҙәтелгән. Был, тәү сиратта, һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғона, йәйгеһен эҫе булыуға бәйле.

Теплица шарттарында үҫтерелгән емештәрҙең күп өлөшө ҡояшҡа янған. Ҡышҡы осорға килгәндә, лимонарийҙа банан, папайя өлгөрә. Мандариндарҙы ла йыйырға ваҡыт еткән. Биләмәлә цитрус ағастың өс төрө бар. Белгестәр Башҡортостанда йыйып алынған емештең күпкә тәмлерәк булыуын билдәләй.

Өфө лимонарийы Яңы йыл байрамдары, каникул осоронда ла ял көндәрһеҙ эшләй. Иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске бишкә тиклем экскурсиялар ойошторола, һәр кем экзотик үҫемлектәр менән яҡындан таныша ала.

Автор:
Читайте нас: