Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2022, 13:00

Быйыл ҙур юбилей көтөлә

Башҡорт нефтенә 90 йыл тула.

Быйыл ҙур юбилей көтөлә
Быйыл ҙур юбилей көтөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан нефтенең 90 йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Яҙын Өфөлә һәм Ишембай районында ошо уңайҙан байрам саралары ойоштороласаҡ. .

Властар юбилейға махсус рәүештә Ишембайҙа Башҡортостан нефтен беренсе асыусылар майҙанын төҙөкләндерергә, шул уҡ исемдәге урамды һәм Блохин, Губкин урамдарын, «Әбей-вышка» мемориаль комплексын төҙөкләндерергә планлаштыра. Шулай уҡ Блохин исемендәге һәм «Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ишембай нефтселәренә һәйкәл» скверҙарын реконструкция көтә.

Бынан тыш, байрам сиктәрендә Өфөлә төрлө тематик күргәҙмәләр һәм конференциялар үтәсәк, шулай уҡ властар Ишембайға «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн үтенес ҡағыҙы бирергә теләй.

Мөһим дата уңайынан тантаналы сара 2022 йылдың майында «Торатау» конгресс-холында ойошторола. Ошонда уҡ тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын бүләкләйәсәктәр. Указдың үтәлешен контролдә тотоу, шулай уҡ күҙалланған сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү республика Хөкүмәтенә йөкмәтелгән.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:
Читайте нас: