Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар 2022, 11:00

Өфөнән яңы тура рейстар һаны арта

Өфө аэропортынан Мәскәүгә яңы рейс асылды. 17 ғинуарҙан уны «ИрАэро» авиакомпанияһы башҡара башлай.

Өфөнән яңы тура рейстар һаны арта
Өфөнән яңы тура рейстар һаны арта

Бының өсөн 156 пассажир һыйҙырышлы Airbus A319 самолеттары файҙаланыла. Юлға ике сәғәт самаһы ваҡыт китә.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүлегенә Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мәскәүгә бөтәһе 13 рейс башҡарыла.

«Азимут» авиакомпанияһы Дондағы Ростов – Волгоград – Өфө даими рейсын асты. Осоштар 18 ғинуарҙа 100 пассажир һыйҙырышлы Sukhoi Superjet 100 самолетында башлана.

2021 йылдың аҙағына тиклем Өфөнән Волгоградҡа осоштарҙы Utair авиакомпанияһы башҡарҙы. Хәҙер был рейстар туҡтатылған.

Автор:
Читайте нас: