Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ғинуар 2022, 15:00

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов социаль селтәр сәхифәләрендә быйыл Башҡортостанда милли проекттар аша нимә булдырыласағы тураһында һөйләне.   

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә
Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә

«...2022 йылда милли проекттарға һуңғы йылдарҙағы максималь сумма – 35 млрд һум тирәһе аҡса һалынған. Уның 27 млрд һумын федераль бюджет финанслаясаҡ.

Дөйөм алғанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 44 модулле ФАП, 85 автомобиль һәм меңәрләгән берәмек ҡорамал алынасаҡ. Өфөлә дүрт, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Дыуанда берәр поликлиника, Мәсетле районында дауахана, баш ҡаланың «Затон-Көньяҡ» биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшө башланасаҡ. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта гимназияларҙы үҙгәртеп ҡороу, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү дауам итәсәк, Өфө Ҡурсаҡ театрын модернизациялау старт аласаҡ. Юл төҙөлөшөнә лә пландар ҙур. Был – «Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы» трассаһы, Өфөнөң М-5 «Урал» юлына «Көнсығыш сығыуы». Парк-скверҙар ҙа төҙөкләндереләсәк.

 «Рәсәй йәштәре», «Беренсел һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау», «Туристик инфраструктураны үҫтереү» тигән яңы проекттар ҙа барлыҡҡа килде. Уларҙы тормошҡа ашырыуға тулы кимәлдә һәм һөҙөмтәле ҡушылыу мөһим эш булып тора. 

 Бөгөн милли проекттар буйынса тәү сиратта торған бурыстар тураһында республика Хөкүмәте ултырышында һөйләнем, һөҙөмтәләр буйынса тейешле бурыстар ҡуйылды», – тиелгән унда. 

Автор:
Читайте нас: