Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2022, 10:00

Баш ҡалаға – ҙур тиҙлектә!

Хөкүмәттә «Транспорт сәғәте» форматында уҙған кәңәшмәлә республика халҡын йәмәғәт транспортында йөрөтөү мәсьәләһе ҡаралды.

Баш ҡалаға – ҙур тиҙлектә!
Баш ҡалаға – ҙур тиҙлектә!

Атап әйткәндә, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Айрат Сабиров ғинуар аҙағында Өфө – Приют маршруты буйынса тағы бер тиҙлекле поезд – Көнбайыш экспресс йөрөй башлаясағы хаҡында хәбәр итте.

– Приют  йүнәлешендә йылына 200 мең пассажир йөрөй аласаҡ, – тип билдәләне ул.

Шулай уҡ кәңәшмәлә 2021 йылда төбәктә 3,7 млн пассажир йөрөтөүҙәре һәм  22,3 млн тонна йөк ташылыуы хаҡында әйтелде. Шул уҡ ваҡытта былтыр тимер юлда һуңғы ете йылда иң күп пассажир ташылған.

Автор:
Читайте нас: