Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2022, 15:00

Өфөлә иҫке күперҙе ремонтлау эштәрен башҡараһы компания билдәләнде

Баш ҡалала Ағиҙел аша күперҙе «Уралмостострой» компанияһы ремонтлаясаҡ. Был хаҡта дәүләт һатып алыуҙары сайтында хәбәр ителә. Конкурста ошо компания ғына ҡатнашҡан.

Өфөлә иҫке күперҙе ремонтлау эштәрен башҡараһы компания билдәләнде
Өфөлә иҫке күперҙе ремонтлау эштәрен башҡараһы компания билдәләнде

Контракттың хаҡы – 4 млрд һум. Эштәргә заказ биреүсе – Өфө хакимиәтенең Юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау идаралығы.

Подрядсы 42 ай эсендә – 2025 йылдың 31 авгусына тиклем эш документацияһын әҙерләргә һәм реконструкция элементтары менән капиталь ремонт эшләргә тейеш.

Ремонтты 2022 йылдың 1 мартында башлау планлаштырыла.

Ике һыҙатлы күперҙең оҙонлоғо – 671,89 метр. Күпер 1956 йылда сафҡа индерелгән булған.

Фото Башинформдан

Автор:
Читайте нас: