Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июнь 2022, 15:00

Тиҙ килтерәсәктәр

Бәләбәйҙә Рәсәй почтаһының курьер килтереүе участкаһы асылды.

Тиҙ килтерәсәктәр
Тиҙ килтерәсәктәр

Ведомствоның сайтында йәки компанияның мобилле ҡушымтаһында хеҙмәттең хаҡын һанатырға һәм курьер саҡыртырға була, тип хәбәр итә почта хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Бәләбәй – Башҡортостанда курьер килтереүе хеҙмәте асылған һигеҙенсе ҡала. Был почта хеҙмәтенең төп үҙенесәлеге– тиҙлектә. Курьер посылканы, йөктө, документтар менән папканы һөйләшелгән ваҡытта теләһә ҡайһы адрес буйынса килеп ала йә килтерә.

БР Федераль почта хеҙмәте идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, киләсәктә хеҙмәтләндереү участкаһы зонаһын киңәйтеү күҙаллана. Уға Приют ҡасабаһы һәм яҡын-тирә ауылдар индереләсәк.

Курьер хеҙмәте булмаған ауылдарҙа адресат посылканы яҡындағы почта бүлексәһенән килеп ала.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: