Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2022, 14:00

Сибайҙа дүртенсе инвестһабантуй бара

Сибай ҡалаһында кисә IV «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды.

Сибайҙа дүртенсе инвестһабантуй бара
Сибайҙа дүртенсе инвестһабантуй бара

Сибай ҡалаһында 2 июндән 4-нә тиклем IV «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. Быйыл эшлекле сара ҡаланың яңы асылған филармонияһы бинаһында үтә. Уның янында стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, эш төркөмдәре ултырыштары өсөн тирмәләр урынлаштырылған, шулай уҡ филармонияның бөтә залдары ла ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер.

Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Төркиә, Белоруссия илдәренән вәкилдәр бар. Сарала бөтәһе мең ярым кеше ҡатнашасаҡ тип көтөлә. Ике көн дауамында ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай эш программаһы – стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, эш төркөмдәре ултырыштары көтә. Барыһы ла илебеҙҙең, Башҡортостан Республикаһының иҡтисадын үҫтереүгә арналған.

Махсуслаштырылған бүлектәр һәм пленар ултырыш ваҡытында ҡатнашыусылар санкциялар менән бәйле ҡатмарлы осорҙа инвестициялар йәлеп итеү, экспорт әүҙемлеген арттырыу, моноҡалаларҙы, эске туризмды үҫтереү, ҡала мөхитен һанлаштырыу һәм экологияның көнүҙәк һорауҙары тураһында һөйләшәсәктәр.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда  бизнес-шерифтар институты һөҙөмтәле эшләй башланы. Быйылғы инвестиция һабантуйында тәүге тапҡыр бизнес-шерифтарҙың төбәк-ара форумын уҙғарыу ҙа күҙаллана. Шулай уҡ эшлекле сара сиктәрендә  «Made in Bashkortostan» тип аталған күргәҙмә эшләйәсәк.

Инвестиция һабантуйы 4 июнь көнө Баймаҡ районының Граф күле янында һабантуй менән тамамланасаҡ. Халыҡ байрамында ҡунаҡтарҙы төрлө милли йолалар, аш-һыу, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен сағылдырған бай экспонаттар, сағыу йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, спорт ярыштары көтә. Шулай ҙа иң мауыҡтырғыс сараларҙың береһе «Башҡорт аты» фестивале буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:
Читайте нас: