Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 11:00

2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы ғәмәлгә инә

Рәсәй финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү институты әҙерләгән Көньяҡ райондарҙың 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы документы «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында тәҡдим ителде.

2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы ғәмәлгә инә
2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы ғәмәлгә инә

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика – көньяҡ райондарҙың төп инвесторы. Был зона Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тине Радий Фәрит улы. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия төҙөлөүе шуға асыҡ миҫал. Ул бер йыл элек республика етәксеһе ҡушыуы буйынса төҙөлгән.

Форумда үҫеш мөмкинлектәре генә түгел, йылдар дауамында йыйылған проблемаларҙы хәл итеү юлдары ла ҡарала. Мәҫәлән, Сибай карьерының тау булып өйөлөп ятҡан ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм рекультивациялау. Был эшкә тотонорға теләгән инвесторҙар ҙа бар.

Стратегик программа ауыл хужалығы, тау эшкәртеү сәнәғәте, ағас эшкәртеү, туризм, транспорт инфраструктураһы һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, туризм, аграр тармаҡта 174 миллиард һумға 76 проект тормошҡа ашырыла. Сибай – Подольск – Новорудная тимер юлын, 500 киловольтҡа иҫәпләнгән подстанция төҙөүгә айырым иғтибар бирелә. Документты әҙерләгәндә һәр муниципаль берәмектең ихтыяжы иҫәпкә алынған. Эш форум сиктәрендә үк башланды тип әйтергә мөмкин.

Форумдағы эксперттар һәм делегаттар иҫәбе меңдән ашыу, 11 сит илдән делегациялар ҡатнаша. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, был сара бизнесты үҫтереү йәһәтенән бик әһәмиәтле, яңы программалар менән танышырға, бәйләнештәр урынлаштырырға мөмкин.

Көньяҡ райондар 32 мең квадрат майҙанды, йәғни республиканың дүрттән бер өлөшөн биләй. Бында 300 меңдән ашыу кеше йәшәй. Зона тәбиғи ресурстарға бай, уның үҫеш мөмкинлектәре киң, тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Форумда 100 миллиард һумдан ашыуға тиҫтәнән күберәк хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Туризмды үҫтереүме, йәки борсаҡты тәрән эшкәртеүме – һәр береһе иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән, яңы эш урындары аса. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте менән «Система» финанс корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек килешеүе ҡабул ителде. Социаль йүнәлештәгеләр ҙә бар. Мәҫәлән, Белорусия менән балаларҙың ялын ойоштороу буйынса. Киләсәктә был республика менән бәйләнеш тағы нығыр тип көтөлә.

Инвестиция һабантуйы Сибайҙың үҙәк майҙанында бай йөкмәткеле концерт программаһы һәм форум иҫтәлеге итеп плитә һалыу менән тамамланды.

Был – Сибай ерлегендә уҙған дүртенсе инвестиция һабантуйы. Белгестәр фекеренсә, күләмле форум үҙ маҡсатына өлгәште. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ тип ышанырға ҡала. Ике көн дауамында ҡабул ителгән хеҙмәттәшлек килешеүҙәре инвестициялар, бюджетҡа һалым, эш урындары булып әйләнеп ҡайтырға тейеш.

Башньюс

Автор:
Читайте нас: