Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июнь 2022, 11:00

Башҡортостан кубогы – «Za победу» командаһында!

«Еңеү  өсөн»  командаһына Бәләбәй һәм Ишембай райондары, Салауат ҡалаһы инде.

Башҡортостан кубогы – «Za победу» командаһында!
Башҡортостан кубогы – «Za победу» командаһында!

«Global Management Challenge» стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионаттың Башҡортостан кубогы еңеүселәре билдәләнде.

Еңеүсе команда 2022 йылдың 29-30 июнендә Ханты-Мансиҙа уҙасаҡ милли финалда сығыш яһаясаҡ.

Башҡортостан кубогының финалы «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы майҙансығында уҙҙы. Унда 8 команда ҡатнашты: «УҢЫШЛЫҠ» (Туймазы, Балаҡатай һәм Күгәрсен райондары), «10-сы команда» (Яңауыл, Ағиҙел һәм Бишбүләк райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы), «Еңеү  өсөн»  («Za победу») (Бәләбәй һәм Ишембай райондары, Салауат ҡалаһы), «Эшлекле кешеләр» (Салауат, Миәкә һәм Саҡмағош райондары), «Саҡмағош» (Хәйбулла, Нуриман, Краснокама һәм Йәрмәкәй райондары), «Алға» (Тәтешле, Иглин, Благовар һәм Борай райондары).

Ярыш йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды «IZI» командаһы яуланы. Икенсе урында – «Бизнес Практика» командаһы. Башҡортостан кубогы – «Za победу» командаһында.

Башҡортостан кубогын ойоштороусылар – РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: