Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 15:00

Юлдар төҙөлөшөнә иғтибар арта

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республика башлығы Радий Хәбиров «Автодор» дәүләт компанияһы идаралығы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты.

Юлдар төҙөлөшөнә иғтибар арта
Юлдар төҙөлөшөнә иғтибар арта

Уның  барышында Екатеринбургтан Ҡара диңгеҙ яры буйына тиклем  буласаҡ транспорт проекты тураһында һүҙ барҙы. Юл магистрале транзит потенциалын, уңайлылыҡты арттырыу, юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте кәметеү мөмкинлеге бирәсәк, тине Радий Хәбиров.

Көн тәртибендә Башҡортостан биләмәһе аша уҙған  Мәскәү-Екатеринбург  юғары тиҙлекле юл төҙөлөшө проекты ла булды. Әле участкаларҙа төҙөлөш урындары әҙерләнә, документтар рәткә килтерелә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ойоштороу эштәре графикка ярашлы алып  барыла. Тәтешле, Борай һәм Дүртөйлө райондарында яңы магистраль өсөн участкалар, маршрут трассаһы яҡын урында төҙөлөш материалдары өсөн  карьер бүленгән. Яңы магистраль төбәктә транспорт һәм туризм, юл яны сервисын үҫтереүгә һәм яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.

 

Автор:
Читайте нас: