Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июнь 2022, 11:00

Республика вәкилдәре «бишле» алған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербург иҡтисад форумында эшләгән республика вәкилдәренә «бишле» ҡуйҙы.

Республика вәкилдәре «бишле» алған
Республика вәкилдәре «бишле» алған

«Бындай баһаны һирәк ҡуям. Әммә әле ҡуйырға мөмкин. Беҙҙең республика төрлө өлкәләрҙә көслө, шулай ҙа тулыһынса баһаланмаған. Шуға уны танытыу өсөн эшмәкәрлек алып барырға тейешбеҙ. Тап шул маҡсатта ҡунаҡтар саҡырабыҙ, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә осрашыу ойошторабыҙ», – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Петербург форумында 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө.

Башньюс

 

Автор:
Читайте нас: