Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2022, 16:00

Тармаҡта иң яҡшылары

2021 йыл йомғаҡтары буйынса «Спецстроймонтаж-Стронег» йәмғиәте Бәләбәй районының иң яҡшы төҙөлөш ойошмаһы тип табылды һәм һабантуйҙа иҫтәлекле билдә менән бүләкләнде.

Тармаҡта иң яҡшылары
Тармаҡта иң яҡшылары

Әлеге ваҡытта компания йәтим балалар һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсерелеүселәр өсөн Травницкий урамында биш ҡатлы йорт төҙөй. Эшселәрҙең бер өлөшө ҡаланың 29-сы биҫтәһендә туғыҙ ҡатлы йорт һалыу менән мәшғүл. Коллективтың төп өлөшөн яратҡан һөнәрҙәренә бирелгән кешеләр тәшкил итә. Барлығы йәмғиәттә 150 кеше эшләй. Улар тыуған ҡалалары үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүҙәре менән ғорурлана.

Елена Петрова фотоһында:  компания етәксеһе Олег Филипенко (һулдан беренсе), ташсы Андрей Хозиков, мастер Алексей Абрамов, прораб Филүс Зәйҙуллин.

Тармаҡта иң яҡшылары
Тармаҡта иң яҡшылары
Тармаҡта иң яҡшылары
Тармаҡта иң яҡшылары
Тармаҡта иң яҡшылары
Автор:
Читайте нас: