Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июль 2022, 13:00

Тиҙҙән өй туйлаясаҡтар

Бәләбәйҙә «Спецстроймонтаж-Стронег» йәмғиәте Вениамин Травницкий урамында етем балаларға биреү һәм авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү өсөн биш ҡатлы йорт һалына.

Тиҙҙән өй туйлаясаҡтар
Тиҙҙән өй туйлаясаҡтар

Контракт буйынса яңы объект быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әлеге ваҡытта төҙөлөш компанияһы эшселәре бинаның эсендә эшләй. Улар йорт яны биләмәһен дә төҙөкләндереүгә керешкән.  Туҡталҡалар, юлдар, тротуарҙар өсөн дә урын әҙерләнә.

Римма Солтанова материалы буйынса.

Елена Петрова фотоһы

 

Автор:
Читайте нас: