Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Август , 14:00

Көнбағыш уңышы нисек булыр?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҫемлек майы етештереү тураһында яҙып сыҡты. 

Көнбағыш уңышы нисек булыр?
Көнбағыш уңышы нисек булыр?

«Көнбағыштың һәйбәт уңышына иҫәп тотабыҙ – дым һәм ҡояш етерлек. Быйыл был культураны 302,9 мең гектар ергә сәстек – 2021 йылға ҡарағанда 14 процентҡа күберәк. 350-360 мең тонна йыйып алырға ниәтләйбеҙ.

Беҙҙә үҫемлек майы етештереү ҙә яйға һалынған – Башҡортостанда ике завод эшләй. Уларҙың ҡеүәте тәүлегенә 2,5 мең тонна көнбағыш орлоғон эшкәртергә мөмкинлек бирә.

Дөйөм алғанда, предприятиеларыбыҙ йылына 320 мең тоннанан ашыу май етештерә, улар республикабыҙ халҡының ихтыяжынан алты тапҡырға күберәк.

Үҙебеҙҙе лә, башҡа төбәктәрҙе лә май менән тәьмин итербеҙ», – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Көнбағыш уңышы нисек булыр?
Көнбағыш уңышы нисек булыр?
Көнбағыш уңышы нисек булыр?
Көнбағыш уңышы нисек булыр?
Көнбағыш уңышы нисек булыр?
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас в