Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Август 2022, 15:00

Резиденттан һөт аҙыҡтары

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Тигран» йәмғиәтен «Бәләбәй» йылдам үҫешеүсе социаль-иҡтисади биләмә исемлегенә индерҙе.

Резиденттан һөт аҙыҡтары
Резиденттан һөт аҙыҡтары

Компания әсетелгән һөт ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнмәксе. Инвестор производство линияһы булдырыуға 6, 4 млн һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй, тип хәбәр иттеләр муниципаль район хакимиәтенең инвестициялар һәм сәнәғәт бүлегенән. Был проектты ғәмәлгә индереү 20 эш урыны бирәсәк. Әсетелгән һөт ризыҡтарының күпселеге Бәләбәйҙең ваҡлап һатыу сауҙа селтәренә, шулай уҡ балалар һәм дауалау учреждениеларына  ебәреләсәк.

Римма Солтанова материалы буйынса

Автор:
Читайте нас: