Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2022, 15:00

Министр юғары баһаланы

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев Башҡортостанға килде.

Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы

Ул  республика башлығы Радий Хәбиров менән Башҡорт дәүләт аграр университетына, Ауырғазы районына сәфәр ҡылды. Ҡунаҡтар генетика һәм эмбриология тармағында прогрессив технологиялар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты һәм агротехнологиялар, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында булды.

Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан дәүләт аграр университеты Рәсәйҙең ошо йүнәлештәге иң яҡшы ун вузы исемлегенә ингән. Студенттар һигеҙ факультетта белем ала, университет комплексы алты заманса уҡытыу-лабораторияһы корпусын, һигеҙ дөйөм ятаҡты, 600 гектар тирәһе тәжрибә баҫыуын һәм ике меңдән ашыу гектарҙы тәшкил иткән урман фондын үҙ эсенә ала.

– Беҙ агрономдар, ветеринарҙар, ҡыҫҡаһы, ауылға кәрәкле булған башҡа белгестәр әҙерләйбеҙ, – тине университет ректоры Илдар Ғәбитов.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Башҡортостан мәктәптәрендә 32 агрокласс төҙөгәндәр, уларҙа 600 бала уҡый. Уҡыу барышында уҡыусылар республикабыҙҙың алдынғы предприятиелары менән таныша, тәжрибә баҫыуына юллана, ғалимдар менән осраша.

Республикабыҙҙа донъя кимәлендә төҙөлгән Евразия ғилми-белем үҙәге сиктәрендә был университетта генетика һәм эмбриология тармағында прогрессив технологиялар үҙәге барлыҡҡа килгән. Маҡсаты – эш һөҙөмтәһен күтәреү һәм малсылыҡ тармағында импортҡа бәйлелекте кәметеү.

Радий Хәбиров һәм Дмитрий Патрушев ветеринар клиниканы һәм консультация-диагностиканы үҙәген ҡараны, ә аҙыҡ-түлек технологиялар факультетында ҡунаҡтарға уҡытыу-производство лабораторияһын күрһәттеләр.

Артабан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев «Урожай» компаниялар төркөмөнөң инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты, Ауырғазы районының Ишле ауылы янында ҡунаҡтар селекция-орлоҡсолоҡ үҙәгендә булды.

Ҡунаҡтар был хужалыҡта барған ураҡ барышын күҙәтте. Радий Хәбиров һөйләүенсә, быйыл аграрийҙар дүрт млн тонна иген культуралары йыйып алырға ниәтләй.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы
Министр юғары баһаланы
Автор:
Читайте нас: