Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Август 2022, 17:00

4 млн тонна тирәһе уңыш йыймаҡсылар

Ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл 4 миллион тоннаға яҡын уңыш йыйырға иҫәп тоталар.

4 млн тонна тирәһе уңыш йыймаҡсылар
4 млн тонна тирәһе уңыш йыймаҡсылар

Был хаҡта бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

«Көтөлгән күрһәткестәр былтырғы кимәлдән ике тапҡырға тиерлек күберәк. Былтыр беҙ 2,2 миллион тонна йыйып алдыҡ. Майлы культуралар буйынса план - 500 мең тоннанан ашыу, шәкәр сөгөлдөрө буйынса 1,3 миллион тонна тәшкил итә. Быйыл бөтәһе 2 миллион 462 мең гектар самаһы, шул иҫәптән 1 миллион 759 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы, шулай уҡ 480 мең гектар техник культураларҙы йыйыу бурысы тора», - тип билдәләне вице-премьер.

Урып йыйыу кампанияһы 40 районда башланған. Яҙғы культураларҙың уңышы  гектарынан уртаса 32 ц тәшкил итә ( былтыр 17 ц булған) . Уңыш йыйыуға 3 960-тан ашыу комбайн йәлеп ителгән. Был былтырғынан 120-гә күберәк.

Уңыш йыйыу менән бер рәттән хужалыҡтар ужым кулбьуралары сәс башланы. Орлоҡтар етерлек кимәлдә.

 

 

4 млн тонна тирәһе уңыш йыймаҡсылар
4 млн тонна тирәһе уңыш йыймаҡсылар
4 млн тонна тирәһе уңыш йыймаҡсылар
Автор:
Читайте нас: