Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Ғинуар 2023, 15:00

Ауыл белгестәренең 750 мең һум алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы алыу конкурсында ҡатнашыуға йәш белгестәрҙән документтар ҡабул итә башлай.

Ауыл белгестәренең 750 мең һум алыу мөмкинлеге бар
Ауыл белгестәренең 750 мең һум алыу мөмкинлеге бар

Был эш агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

«Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡты төплө кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында төрлө сараларҙы тормошҡа ашыра, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – 2023 йылдан дәүләт ярҙамы 500 мең һумдан 750 мең һумға хәтлем артты. Беҙ был эшкә йыл башынан тотондоҡ, йомғаҡ декабрҙә яһаласаҡ».

Конкурста ҡатнашыусылар Башҡортостан ауыл хужалығы ойошмаларында эшләргә тейеш. Ғариза һәм тейешле документтар 16-һынан 23 ғинуарға тиклем республика Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106. 306-сы кабинет). 

Кәрәкле барлыҡ мәғлүмәтте һәм документтар өлгөләрен ошо һылтанма буйынса инеп алырға була: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/464796/

Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-40, 218-05-44.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: