Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Ғинуар 2023, 18:00

Башланғыстар хупланды

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә инвесторҙар тәҡдим иткән ике проект ҡаралды.

Башланғыстар хупланды
Башланғыстар хупланды

Беренсеһе – контейнер рәүешендәге автозаправкалау станцияһы урынлаштырыу. Эшҡыуар проектын быйыл тәүге ярты йыллыҡта ғәмәлгә ашырырға ниәтләй.

– Икенсе инвестор шәхси балалар баҡсаһы һәм балаларға белем биреү үҙәге ойоштороу проектын тәҡдим итте. Эшҡыуар балаларҙың ялын ойоштороу буйынса хеҙмәт күрһәтә лә инде, – тип яҙҙы соцселтәрҙә хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев.

Инвесторҙарға эшлекле башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам  күрһәтәсәктәр.

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: