Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2023, 13:00

Бәләбәйҙән тағы дүрт предприятие ҡатнашмаҡсы

«Башҡортостан продукты» проекты эксперттары Бәләбәй районы етештереүселәре менән осрашты.

Бәләбәйҙән тағы дүрт предприятие ҡатнашмаҡсы
Бәләбәйҙән тағы дүрт предприятие ҡатнашмаҡсы

Эшлекле осрашыуҙа дүрт компания проектта ҡатнашырға теләк белдерҙе, тип хәбәр ителә хөкүмәт сайтында. Атап әйткәндә, «Бәләбәй «Автодеталь» предприятиеһы», «Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты» йәмғиәттәре, Наумов А.П. һәм Джумаев Р.Ш. индивидуаль предприятиелары. Улар автомобиль сәнәғәте өсөн комплектлаусы һәм башҡа тармаҡтар өсөн изделиелар, ҡағыҙ әйберҙәр, икмәк-булка һәм кондитер изделиелары, колбаса һәм ит деликатестары етештереүселәр.

Проектта ҡатнашыу ҙур сауҙа селтәрҙәре менән эшләү һәм берҙәм марка аҫтында продукцияларын һатыу баҙарын киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: