Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2023, 16:00

Салауат Юлаев проспекты – Черниковкаға тиклем

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына властар Салауат Юлаев проспектын Черниковкаға тиклем еткермәкселәр.

Салауат Юлаев проспекты – Черниковкаға тиклем
Салауат Юлаев проспекты – Черниковкаға тиклем

Күптән түгел юбилейға әҙерләнеү уңайынан уҙғарылған кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров Салауат проспектын Черниковкаға тиклем еткерәсәкбеҙ, тип белдерҙе. Республика властары планына ярашлы, Баязит Бикбай урамынан Интернациональ урамына тиклемге һигеҙ һыҙатлы тиҙлекле магистралде 2024 йылға һалып бөтөргә ниәтләйҙәр.

Салауат Юлаев проспектының яңы участкаһы Һупайлы урамынан Чудҡа тиклем Ҡашҡаҙан күле артындағы участка аша һәм артабан Трамвай урамын киҫеп үтәсәк. Әле магистраль Һупайлы урамына күсеп, Маршал Жуков урамына барып төртөлә. Яңы участканы һалғанда Баязит Бикбай урамына төшөү урыны буласаҡ.

Проектҡа ярашлы, Трамвай урамын киҫеп үткәндән һуң Салауат Юлаев проспекты Калинин паркы артынан үтәсәк. Магистралдең һуңғы өлөшө Интернациональ урамы һәм «Парк» тимер юл станцияһы участкаһында буласаҡ.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: