Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Февраль 2023, 13:00

Техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләйҙәр

Февраль дә етте, яҙға табан боролдоҡ. Яҙғы сәсеүгә лә күп ҡалмай. Шуға райондың барлыҡ хужалыҡтарында техниканы баҫыу эштәренә әҙерләү ҡыҙыу бара.

Техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләйҙәр
Техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләйҙәр

– Бәләбәй районында яҙғы сәсеүҙе 59 хужалыҡ башҡарасаҡ: 9-ы – ауыл  хужалығы предприятиелары һәм 50 фермер хужалығы, - тип һөйләне хакимиәт башлығы урынбаҫары Владимир Усаков. – Муниципаль райондың машина-трактор паркында 233 берәмек төрлө маркалағы трактор, 77 йөк машинаһы, 121 төрлө модификациялы сәскес, 93 культиватор һ.б. бар.

Яҙғы эштәргә 226 трактор һәм 70 йөк машинаһы йәлеп ителәсәк. Тракторҙар бөгөнгә 78 процентҡа, тағылма техника 80 процентҡа әҙер. Тракторҙарҙы республиканың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы раҫлаған графикка ярашлы тикшерәсәктәр. Бәләбәй районында ул 6-һынан 30 мартҡа тиклем барасаҡ.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Фотоларҙа: «Өҫән» йәмғиәтендә техника ремонтлау эштәре бара

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: