Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Февраль 2023, 12:00

Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков Илеш һәм Дүртөйлө райондарының Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үткән М-7 «Волга» автомобиль юлын төҙөү һәм реконструкциялау барышы менән танышты.

Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла

Был трассаның Татарстан сигенән алып ҡалаға тиклем 65 саҡрым оҙонлоҡтағы участкаһы М-12 «Мәскәү – Түбәнге Новгород – Өфө – Екатеринбург» автомобиль юлы маршрутына инә. Ул биш ауыл буйлап үткән ғәмәлдәге трассаның дублеры булырға тейеш.

«Автобан» генераль подряд ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары – башҡарма директоры Олег Мартыненко белдереүенсә, трассаның был участкаһын 2024 йылда сафҡа индереү планлаштырыла.

Объектҡа 350 берәмек техника һәм 500 кеше йәлеп ителгән. Һәр субподрядсы ойошмала дүрт төҙөлөш ҡаласығы ойошторолған.

Олег Мартыненко һүҙҙәренсә, 9,5 миллион кубометр ер эштәрен башҡарыу бурысы тора, асфальт-бетон япманың майҙаны 1,5 миллион квадрат метр тәшкил итер тип көтөлә.

«Башҡортостан Башлығына юл эштәре өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдары менән бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Муниципалитет башлыҡтары менән дә аңлашып эшләйбеҙ», — тине Олег Мартыненко.

Юлсылар әйтеүенсә, яңы участканы төҙөгәндә Марий Элда етештерелгән асфальт-бетон заводтарын файҙаланыу, уларҙы ағымдағы йылдың июнь аҙағында уҡ ҡуйыу планлаштырыла.

«Урау юлда эштәрҙең нисек барғанын ҡараныҡ. Аңлауыбыҙса, эштәр графиктан алда бара, был бик мөһим. Сөнки киләһе йылда, Президент ҡушыуы буйынса, беҙ ошо юлды тапшырырға тейешбеҙ»,  — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башинформ

 

Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Башҡортостанда М-7 федераль трассаһының участкаһы 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыла
Автор:
Читайте нас: