Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Февраль 2023, 11:00

Быйыл да инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыласаҡ

Был хаҡта республика кимәлендә үткән инвестиция кәңәшмәһендә белдерелде.

Быйыл да инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыласаҡ
Быйыл да инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыласаҡ

Йәмғеһе Башҡортостанда дүрт ҙур инвестиция проекты. Улар: Иглин районында 1 мең 200 һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһы булдырыласаҡ. Бының өсөн 2 млрд һумдан ашыу аҡса тотонола.

Стәрлебаш районында ҡошсолоҡ фабрикаһы яңыртыла. Ҡош итен етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйыла. Тағы бер инвестиция проектына ярашлы, Көйөргәҙе районында шифахана төҙөлә. Бының өсөн млрд ярым һум тотонола. Кәңәшмәлә ҡаралған йәнә бер проект буйынса Өфө ҡалаһында мәктәп һәм офистар өсөн мебель етештерелә башлай.

Автор:
Читайте нас: