Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Февраль 2023, 12:00

Тиҙҙән яңы производство асыласаҡ!

«Бәләбәй «Почет билдәһе» орденлы һөт комбинаты» йәмғиәте биләмәһендә йомшаҡ сырҙар сығарасаҡ яңы завод төҙөү дауам итә.

Тиҙҙән яңы производство асыласаҡ!
Тиҙҙән яңы производство асыласаҡ!

Ошо арала Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев унда барҙы. Предприятиеның генераль директоры Евгений Линкевич район хакимиәте етәксеһен төҙөлөш эштәре барышы менән таныштырҙы.

–  2023 йылдың авгусында бина корпусы төҙөлөп бөтәсәк. Артабан ҡорамал урынлаштырыу эштәре башҡарыласаҡ. Яңы заводты киләһе йылдың йәйендә эшләтеп ебәрәсәктәр, – тип һөйләне Азат Альверт улы.

Татьяна Фәйрүзова фотоһы

Автор:
Читайте нас: