Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2023, 14:00

Бейә һөтөнән косметика ҡулланғығыҙ киләме? Көтөгөҙ!

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы «Благзавод» йәмғиәтен «Благовещен» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе.

Бейә һөтөнән косметика ҡулланғығыҙ киләме? Көтөгөҙ!
Бейә һөтөнән косметика ҡулланғығыҙ киләме? Көтөгөҙ!

Проектты ғәмәлгә ашырыуға 3 млн һум һалына. Аҡса етештереү бинаһы һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Производствоны асыу ун яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Компания хужаларының йылына 6 500 дана тауар етештереп сығарыу планы бар. Продукцияла бейә һөтөнән тыш, тәбиғи үҫемлек һәм мал компоненттары файҙаланыла.

Компания продукцияһын сауҙа селтәрҙәрендә, күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә һатырға ниәтләй.

Автор:
Читайте нас: