Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2023, 14:00

Тағы бер резидент

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Пульс»  йәмғиәтен «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә резиденттары иҫәбенә индерҙе.

Тағы бер резидент
Тағы бер резидент

Компания диагностика хеҙмәттәре күрһәтеүсе яңы медицина үҙәге асырға 10 млн һум инвестиция индерәсәк. Күрһәтеләсәк медицина хеҙмәттәренең йыллыҡ күләме 10 мең тирәһе тикшереү тәшкил итергә тейеш. Предприятие 2026 йылда проект ҡеүәтенә сығырға ниәтләй, тип хәбәр ителә хөкүмәт сайтында. Стационар медицина үҙәгендә 20 эш урыны булдырыласаҡ.

– Әле лицензиялау бара. Асыу апрелгә планлаштырылған, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

Автор:
Читайте нас: