Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март 2023, 11:00

Баш ҡалала форум һәм күргәҙмә эшләй

Өфөләге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә «Агросәнәғәт-2023» форумы һәм уның сиктәрендә «АгроКомплекс-2023» 33-сө халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе эш башланы.

Баш ҡалала форум һәм күргәҙмә эшләй
Баш ҡалала форум һәм күргәҙмә эшләй

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Ауыл хужалығы һәм Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары, Башҡортостан күргәҙмәләр комплексы һәм башҡалар. Форумда һәм күргәҙмәлә Рәсәйҙең 37 төбәгенән, шулай уҡ Ҡытайҙан, Беларусь Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан, Көньяҡ Кореянан ҡатнашалар.

«Бөгөн Башҡортостанда 95 миллиард һумдан ашыулыҡ 60 эре проект тормошҡа ашырыла», – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҙур форумды асыу тантанаһында. – «Машина-трактор паркы даими яңыртыла: былтыр ғына ла ауыл хужалыҡтары ихтыяжы өсөн өс мең берәмектән ашыу техника һатып алынды. Импортҡа алмаш маҡсатында ике мең төрҙән ашыу запчасть етештереү үҙләштерелде. Һанлы технологиялар әүҙем индерелә. Беҙ ит, һөт, бал етештереү күләме буйынса Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, иген етештереүҙә Волга буйы округында тәүге өс төбәк иҫәбендә киләбеҙ».

Премьер-министр Башҡортостан аграрийҙарының махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙамын да билдәләп үтте. Яугирҙәргә тапшырыу  өсөн республиканан махсус конвойҙар рәүешендә даими рәүештә төрлө кәрәкле продукция, техника, экипировка һәм ҡорамалдар ебәрелә. «Башсельхозтехника» дәүләт ауыл хужалығы предприятиеһы нигеҙендә ошондай йөк партияларын туплау һәм ебәреү өсөн берҙәм логистика үҙәге ойошторолған.

«Был үҙәктән 67 гуманитар ылау оҙатылды ла инде», – тине Андрей Геннадьевич.

Премьер-министр әйтеүенсә, Рәсәйҙең ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү буйынса ҡеүәте ҙур. «Үтә ҡаты санкциялар шарттарында тап беҙҙең ауыл хужалығы – аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм алға барыу өсөн төп шарттар», – тине ул. Шуға күрә ауыл хужалығына айырыуса ҙур ярҙам күрһәтеү һәм хеҙмәтте еңеләйтә алған инновациялар индереү, йәш һәм квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү кәрәк.

Бөтәһе 15 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән «АгроКомплекс-2023» күргәҙмәһе Үҙәк Рәсәй, Урал һәм Себер баҙарҙары өсөн ауыл хужалығы продукцияһы буйынса яңылыҡтарҙы күрһәтеүсе иң ҙур урын булып тора. Ул донъя һәм Рәсәй агросәнәғәт компанияларының хеҙмәттәшлеге буйынса 30 йылдан ашыулыҡ тәжрибәгә эйә.

Форумдың эшлекле программаһы тармаҡтың бөтә йүнәлештәрен үҙ эсенә ала, унда бик күп эксперттарҙың, агрохолдингтар һәм фермер хужалыҡтары етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә.

 

Автор:
Читайте нас: