Башҡортостан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса, Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала, өсөнсө урынды алды, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе форум майҙансығынан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тәүге тапҡыр сәнәғәт өлкәһендә ил субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса төбәктәрҙең һөҙөмтәлелек рейтингын төҙөнө. Беҙҙең республика ике йыл рәттән ошо рейтингты етәкләне.
«Ике йыл рәттән беренселекте бирмәнек. Иртәгә ҡайтҡас та нисәнсе урын тип һорарҙар, мин өсөнсө тип яуаплармын. Ә ни өсөн? Беренселә – Мәскәү, тиермен. Ул саҡта барыһы ла аңлашыла.
Иң тәүҙә идара итеүсе команданың, Сәнәғәт министрлығының эшен билдәләп үткем килә. Һуңғы йылдарҙа ғәҙәттән тыш саҡырыуҙар менән осраштыҡ. Беҙ ошо саҡырыуҙарға яуап биргән сәнәғәт сәйәсәтен күрәбеҙ. Ул һөҙөмтәле. Беҙҙең өсөн нимәһе мөһим – аҡса менән тулы. Шуның өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.
Шулай уҡ бөгөн сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә, хеҙмәт коллективтарына фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Улар беҙҙең алда торған мәсьәләләрҙе хәл иткәндә фиҙаҡәрлек күрһәтә. Мин дә ҡайтҡас уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерермен. Ышаныс өсөн ҙур рәхмәт», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан – автомобиль бензины, аҙыҡ-түлек һәм кальцийлы сода, табаҡлы быяла, автомобиль тағылмалары һәм продукцияның башҡа төрҙәрен етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында.