«Белпром» йәмғиәтенең элекке директоры Шамил Шәмсетдинов яңы булдырылған предприятиеның башҡарма директоры булып эшләй. Элеккесә Бәләбәйҙә йыһаз сығарыу өсөн яуаплы ул. Беҙҙекеләр сығарған продукцияны илдә һорап алалар.
– Заказдар күп. Беҙҙең үҙ клиенттарыбыҙ бар, уларҙы беҙ сығарған мебелдең сифаты, хаҡы һәм ваҡытында килтерелеүе ылыҡтыра. Ошо күрһәткестәр беҙгә муниципаль заказдар үтәүгә аукциондарҙа еңергә булышлыҡ итә, – тип һөйләй Шамил Исмәғил улы.
Бәләбәй һәм Өфө предприятиелары берләштерелгәндән һуң бында производствоны автоматлаштырыуға ныҡлап керешкәндәр. Әлеге ваҡытта производство цехында цифрлы программа менән идара ителеүсе станоктарҙы монтажлайҙар.
Коллективта 15 кеше эшләй. Өс хеҙмәткәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн алынған. Коллегалары уларға матди һәм рухи ярҙам күрһәтә. Коллектив шулай уҡ районда МХО зонаһына ебәреү өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша.
Римма Солтанова