2023 йылдың тәүге ярты йылында автомобилдәр етештереү сәнәғәте һәм иҡтисадтың башҡа өлкәләре өсөн продукция сығарыу уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 30 процентҡа артҡан.
– Завод үҫешенә «АвтоВАЗ» йәмғиәтенән һәм уның йәнәш предприятиеларынан заказдарҙың артыуы төп этәргес булды. Ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора: эшселәр, хеҙмәтләндереүсе персонал, конструкторҙар етешмәй. Беҙ барлыҡ теләгәндәрҙе үҙебеҙгә эшкә саҡырабыҙ, шул иҫәптән йәш белгестәрҙе лә. Производствола эшләргә өйрәтербеҙ, – ти йәмғиәттең генераль директоры Александр Леонтьев.
Эш барышын автоматлаштырыу маҡсатында предприятие быйыл роботлаштырылған эретеп йәбештереү комплексы алған. Әле уны көйләү, персоналды өйрәтеү, режимдарын көйләү бара.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр эшләгән предприятиела республиканың һәм муниципаль район етәкселегенең производтвоны һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ярҙамын тойоп эшләйҙәр. Завод даими рәүештә эш урындарын һаҡлауға һәм инвалидтарға эш хаҡы түләүгә республика бюджетынан финанс ярҙамы ала.
«БәлАвтодеталь» йәмғиәтендә эшселәрҙең ялы хаҡында ла онотмайҙар. Мәҙәни-спорт реабилитация үҙәгендә төрлө саралар йыш ойошторола, түңәрәктәр эшләй. Бергәләп Ҡандракүлгә, республиканың башҡа һоҡланғыс мөйөштәренә ял итергә баралар.
Римма Солтанова материалы буйынса.
Елена Петрова фотолары