Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2023, 15:00

Ҡышҡа әҙерлек. Күләмле үҙгәртеп ҡороу

Республика менән идара итеү үҙәгендә аҙна һайын көҙгө-ҡышҡы ос осорға әҙерлек мәсьәләһе ҡарала.

Ҡышҡа әҙерлек. Күләмле үҙгәртеп ҡороу
Ҡышҡа әҙерлек. Күләмле үҙгәртеп ҡороу

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, Бәләбәй районы әҙерлек кимәле юғары муниципалитеттар иҫәбенә инә.

«Теплоэнерго» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре йылылыҡ селтәрҙәрен һәм ҡаҙанлыҡтарҙы әҙерләү йәһәтенән планлаштырылған эш күләмен тейешле ваҡытта башҡарып сығыуға бар көсөн һала. Әлеге ваҡытта республика инвестициялар программаһы сиктәрендә Аксаков ауылында 16-сы ҡаҙанлыҡты үҙгәртеп ҡороу бара. 1958 йылда һалынған иҫке ҡаҙанлыҡ урынына яңы, блоклы, ҡеүәте 6 МВт тәшкил иткән яңыһы монтажлана.

Объектта район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев булды.

Төҙөлөш-монтаж эштәрен, йылылыҡ ҡоролмаһын урынлаштырыу эшен тамамланғас, подряд ойошмаһы объектты инженер селтәренә тоташтырыуға керешкән. Август аҙағында яңы ҡаҙанлыҡты эшләтеп ҡараясаҡтар.

Муниципаль программа сиктәрендә «БелЗАН» йәмғиәтенән Әмиров исемендәге урамға илткән магистраль йылылыҡ селтәре капиталь ремонтлана. Күләмле үҙгәртеп ҡороу муниципалитет аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында һуҙылған иҫке торбаны яңы, ныҡлы изоляциялыларына алыштырыу ҡулланыусыларға ебәрелгән йылылыҡ энергияһын юғалтыуҙы күпкә кәметәсәк, оҙаҡ йылдарға йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе ышаныслы итәсәк.

Инженер селтәрен капиталь ремонтлағандан һуң үҙәк урамдарҙың береһен төҙөкләндерәсәктәр.

– Киләһе йылда «М.Ғ. Әмиров исемендәге бульварҙы төҙөкләндереү» проекты менән Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите булдырыуға иң яҡшы проект конкурсында ҡатнашасаҡбыҙ һәм ҡала халҡы өсөн тағы бер уникаль ял урыны булдырасаҡбыҙ, – тип билдәләне муниципалитет етәксеһе Азат Сәхәбиев.

Римма Солтанова материалы буйынса.

Фото хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән

 

Автор:
Читайте нас: