Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2023, 14:00

Бәләбәйҙән Сербияға

Башҡортостан Республикаһы тәүге тапҡыр Европаға һыйыр майы оҙатты, тип хәбәр итте Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы.

Бәләбәйҙән Сербияға
Бәләбәйҙән Сербияға

19 тонна майлылығы 82,5 % тәшкил иткән майҙы Бәләбәй һөт комбинаты ебәргән. «Цербер» федераль системаһында экспортерҙар реестрында торған предприятие продукцияһын оҙатыр алдынан идаралыҡ белгестәре  тикшергән.

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу 2030 йылға сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған тауар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырыуҙы тәьмин итергә кәрәк.

Елена Петрова фотолары

Бәләбәйҙән Сербияға
Бәләбәйҙән Сербияға
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: