Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Август 2023, 15:00

Нимә ул «Һанлы һум»?

Рәсәй банкыһы бүлексәһе - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре аңлата.

Нимә ул «Һанлы һум»?
Нимә ул «Һанлы һум»?

Дәүләт Думаһы һанлы һум индереү тураһында закон ҡабул итте http://duma.gov.ru/news/57491/

Һумдың ике формаһы бар:

  ҡулаҡса - беҙҙең аҡса янсығындағы банкноталар һәм тәңкәләр
  ҡулаҡсаһыҙ - банктағы, карталағы аҡса

Һанлы һум - аҡсаның Рәсәй банкыһы ғәмәлдәге аҡса формаларына өҫтәмә рәүештә сығарырға ниәтләгән өсөнсө формаһы.

Һанлы һумдар һанлы көшөлөктә һаҡланасаҡ. Ә көшөлөктәр Рәсәй банкыһы платформаһында асыла. Һанлы һумдар менән операциялар шунда уҡ үткәреләсәк. Һанлы көшөлөктәргә беҙ күнеккән дистанцион каналдар - мобиль ҡушымталар һәм интернет-банктар аша инеү мөмкинлеге буласаҡ.

❓Ни өсөн һумдың өсөнсө формаһы кәрәк

Кешеләр өсөн ыңғай яҡтары түбәндәгесә:
- тиҙ арала аҡса күсереү, был аҡсаны тиҙ, уңайлы һәм сығымдарһыҙ күсерергә ярҙам итәсәк.
- банк тарифтарына һәм сикләүҙәренә бәйле булмау
- һанлы һумдарҙы интернет булмаған урында ла ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

Финанс баҙары өсөн һанлы һум - финанс баҙарында конкуренцияны арттырыу, инновацион финанс продукттары булдырыуға һәм яңы түләү инфраструктураһын үҫтереүгә юл ул.

Дәүләт өсөн - бюджет түләүҙәре менән идара итеүгә сығымдарҙы кәметеү һәм сикке түләүҙәрҙе ябайлаштырыу.

Иғтибар итегеҙ. Закондың төп положениелары 2023 йылдың 1 авгусынан үҙ көсөнә инә. Әлегә был һынау осоро ғына, шуға күрә, 1 августан бөтә халыҡ һанлы һум менән файҙалана алмаясаҡ.

Һанлы һум тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй банкыһы сайтында танышырға мөмкин: https://www.cbr.ru/fintech/dr/.

Сығанаҡ: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu

Автор:
Читайте нас: