-4 °С
Болотло
Фәзрахманов билдәләүенсә, бөгөнгә Башҡортостанда солоҡ балы етештереүселәре булараҡ рәсми рәүештә 60 умартасы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, уның мәғлүмәттәре буйынса, был кәсеп таулы-урманлы зонала киң таралған.
БР Хөкүмәте вице-премьеры республикала түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән программа хаҡында һөйләне.
«2023 йылға әҙерләнгән программа буйынса төбәк бюджетынан 20 миллион һум аҡса бүленгән, ул сығымдарҙың 50 процентын ҡаплауға йүнәлтеләсәк», – тип аңлатты Илшат Фәзрахманов.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан